Хәйруллиндар ғаиләһенең юғалыуына ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, ошоғаса бер ниндәй ҙә яңылыҡтар юҡ. Бөтә донъя камералар, видеокүҙәтеү менән уратып алынғанда, уларҙың фотолары менән интернет, гәзиттәр тулғанда, ғаилә һынлы ғаиләнең эҙһеҙ ғәйеп булыуы үтә ғәжәп күренеш.
Бер, иң күбендә ике кеше юғалһа, аңлашыла, йәшеренеүе лә еңелерәк. Ә бында бәләкәй балалар ҙа бар бит. Уларҙы кеше күҙенән дә, камера “күҙенән” дә йәшереүе ай-һай еңел түгел. Әллә... Ысынлап та, был хәлдә криминал бармы икән?
Күптәр менән сағыштырғанда етеш, бәхетле тормошта йәшәгән ғаилә ниндәй сәбәп менән бар нимәгә төкөрөп, яйға һалынған тормошонан ҡасты икән? Бәлки, ысынлап та, бандиттар ғаиләһен урлап, аҡса талап иткәндәрҙер? Ә аҡсаны ҡулға төшөргәс... уйлауы ла ҡурҡыныс. Нисек кенә булмаһын, иҫән генә булһындар инде. Айырыуса бер ғәйепһеҙ балалар йәл бит.
Әгәр кемдер аңламаһа, һүҙ май аҙағында үҙе эшләгән банктан 20 миллиондан ашыу аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булған Луиза Хәйруллина тураһында бара. Сит урынға барып, яңы документтар менән проблемаһыҙ тормош башлар өсөн 25 миллион һум әллә ни ҙур аҡса ла түгел бит. Барыбер бер төпләнеп алғас, эшкә урынлашырға, үҙеңде танытырға кәрәк түгелме ни?
Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп, яуап һаман юҡ. Полиция үҙенең версияһын әлегә тиклем әйтмәй. Был дөрөҫ тә, тәфтишкә ҡамасау булырға тейеш түгел. Әммә белгестәр фекеренсә, ғаилә, ысынлап та, ҡасһа, улар тураһында бер-ике аҙна эсендә мәғлүмәт асыҡланырға тейеш. Ә инде, ысынлап та, криминал булһа, айҙар, йылдар буйы эҙләүҙәре ихтимал...
Фото “Бәйләнештә” сайтынан.