Кисә баш ҡалалағы Йылы күлендә бер юлы ике кешене ҡотҡарҙылар. Киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә 1985 йылғы ҡатын һыу инеүгә тәғәйенләнмәгән урында күлдең уртаһына тиклем йөҙөп барып етә, әммә кире килергә хәле ҡалмай һәм бата башлай. “Гольфстрим” пляжында дежур иткән ҡотҡарыусылар уны күреп ҡала һәм ярҙамға ашыға. Һөҙөмтәлә, уны ҡотҡаралар.
Икенсе осраҡ та кисә була. Һыу инергә тыйылған, хатта ҡаланың иң хәүефле урыны тип танылған ерҙә (һыу ташлай торған канал янында) тағы ла бер ҡатын йөҙөп алмаҡсы була. Ярҙан йыраҡҡа йөҙөп китеп, бата башлай. Ваҡытында уны күреп ҡалып, ярҙам итмәһәләр, был осраҡ фажиғә менән тамамланыр ине.
Баш ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығы өфөләргә һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итә:
Һыуҙа тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Рәсми пляждарҙа ғына һыу инегеҙ. Спиртлы эсемлектәр эсһәгеҙ, һыуға төшмәгеҙ.
Ярҙан йыраҡҡа йөҙмәгеҙ, әгәр йыраҡ араларға йөҙөргә теләйһегеҙ икән, буйына түгел, ә яр буйлап йөҙөгөҙ. Балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ, яңғыҙҙарын һыуға төшөрмәгеҙ!
Фото: Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы.