Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2019, 21:59

Нуриман һәм Межгорье нисек йәшәй?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә Нуриман районы һәм Межгорье ҡалаһы етәкселәре менән осрашты.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә Нуриман районы һәм Межгорье ҡалаһы етәкселәре менән осрашты.
Һөйләшеүҙә муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәле, биләмәләрҙе үҫтереүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр, һөҙөмтә бирерҙәй инвестиция проекттары, инфраструктура һәм социаль объекттар төҙөлөшө буйынса пландар тикшерелде.
Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин урындағы төп иҡтисади күрһәткестәрҙең былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ булыуын билдәләне, тормошҡа ашырылған эре агросәнәғәт проекттары тураһында һөйләне. Шулай уҡ белем биреү, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре торошо, Ҡыҙылъярҙа һәм Первомайскиҙа яңы мәктәптәр төҙөү, медицина учреждениеларының матди хәлен нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.


Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы Илья Терехов та урындағы иҡтисадты күтәреү, инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында төрлө яҡлы эш алып барылғанын билдәләне. Ҡалала социаль инфраструктура үҫешә. Атап әйткәндә, унда яҡшы спорт базаһы булдырылған, реконструкциянан һуң заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылған, саңғы-роллер трассаһы проекты төҙөлә.
Читайте нас: