Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 13:28

Иҫке тамъяндар зарланғайны...

Шаран районындағы Иҫке Тамъян ауылы халҡы, юлһыҙлыҡҡа зарланып, социаль селтәрҙәге “Инцидент” системаһына ялыу итте.

Шаран районындағы Иҫке Тамъян ауылы халҡы, юлһыҙлыҡҡа зарланып, социаль селтәрҙәге “Инцидент” системаһына ялыу итте.


Сөн йылғаһы аша һалынған күпер еренә еткереп ремонтланмаған. Ул юл кимәленән түбәнерәк итеп һалынған. Күперҙән машинаның төбөнә зыян килтермәйенсә үтеп булмай. Төнөн йәйәүлеләр ҙә соҡор-саҡырға эләгеп йығыла. Ошо урындан мәктәп автобусы ла көн дә балаларҙы йөрөтә.


Баҡтиһәң, райондың юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшселәре былтыр көҙ бында ремонтлауға тотонған. Һыуыҡтар башланыу сәбәпле, эште туҡтатҡандар. Ә яҙғыһын ҡар ирегәндә юл да йыуылған.


Шаран районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм урындағы хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рөстәм Мануров: “Көҙ көнө төп эш башҡарылғайны. Юл түшәме, күпер плитәләре яңыртылды. Әле был участкаға асфальт һалынды. Күперҙең яндауыры алмаштырылды, йәйәүлеләр юлы ла уңайлыраҡ ителде”, – тип яуап бирҙе.


Халыҡ был эштән ҡәнәғәт ҡалды. “Элек соҡорҙар арҡаһында йөрөүе уңайһыҙ ине. Хәҙер күперҙе яҡшырттылар, беҙ бик шат”, – ти Фәриҙә Саҙрыева.


Шаран районы.
Читайте нас: