Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 13:45

Көйөргәҙелә “Айыҡ йәй” башланды

Көйөргәҙе районында үткән һабантуйҙа “Айыҡ йәй” проекты ғәмәлгә индерелде. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ул бер нисә этапты үҙ эсенә аласаҡ.

Көйөргәҙе районында үткән һабантуйҙа “Айыҡ йәй” проекты ғәмәлгә индерелде. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ул бер нисә этапты үҙ эсенә аласаҡ.


Июндә сәләмәт тормош һәм эскелекте иҫкәртеү темаһына арналған иң яҡшы социаль плакат конкурсы иғлан ителә. Ай буйы эштәрҙе ҡабул итеп, июлдә жюри “Һәүәҫкәрҙәр” һәм “Профессионалдар” категорияларында еңеүселәрҙе һайлап аласаҡ. Әйткәндәй, Өфөләге реклама агентлыҡтарына һәм дизайнерҙарға ла саҡырыу ҡағыҙҙары ебәреләсәк, социаль селтәрҙә лә ҡатнашыусылар араһында еңеүселәр билдәләнәсәк.


Сара барышында үҙ предприятиеларында эскелекте еңеп, эшселәр араһында хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрә алған эшҡыуарҙар менән “түңәрәк өҫтәл” ойоштороу планлаштырыла.


Августа район-ара йәштәр форумын үткәреү күҙаллана. Ул йәштәрҙе районға эшкә саҡырыу һәм урынлаштырыу, сәләмәт тормош кеүек көнүҙәк темаларға арналасаҡ. Район хакимиәтендәге спорт комитеты ГТО нормативтарын тапшырыу көнөн үткәрергә ниәтләй. Наркологтар тарафынан ҡабул итеү, эскелектән дауалау ойошторола.


“Айыҡ йәй” барышында иҫерткес эсемлектәр менән законһыҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш буйынса рейдтар үткәреү ҡарала. Август аҙағында уҙғарылған төбәк-ара ғәмәли конференцияла акцияға йомғаҡ яһаласаҡ.
Читайте нас: