Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 15:13

Машинаңды “дауалап”, үҙеңде һыйлап...

Оло юлда автомобилең боҙолоп йә тәгәрмәсең тишелеп ултырған саҡтарҙы күптәребеҙ яман төш кеүек хәтергә алалыр, моғайын. Ысынлап та, күңелле күренеш түгел, айырыуса йәйге эҫе көндәргә, һыуыҡ ҡыш йә булмаһа ямғыр ҡатыш ҡар яуған мәлдәргә тура килһәң. Әгәр ҙә сымһыҙ телефон бәйләнеше булмаған урындарҙа боҙолоп-ватылып ултырһаң, иҫкә төшөргө лә килмәй ундай осраҡтарҙы. Шөкөр, бөгөн оло юл буйҙарында тамаҡ ялғап алырға кафе-ашханалар ҙа, машинаңды ремонтларға техник хеҙмәтләндереү станциялары ла етерлек, йәнең теләгәненә мөрәжәғәт итә алаһың.

Оло юлда автомобилең боҙолоп йә тәгәрмәсең тишелеп ултырған саҡтарҙы күптәребеҙ яман төш кеүек хәтергә алалыр, моғайын. Ысынлап та, күңелле күренеш түгел, айырыуса йәйге эҫе көндәргә, һыуыҡ ҡыш йә булмаһа ямғыр ҡатыш ҡар яуған мәлдәргә тура килһәң. Әгәр ҙә сымһыҙ телефон бәйләнеше булмаған урындарҙа боҙолоп-ватылып ултырһаң, иҫкә төшөргө лә килмәй ундай осраҡтарҙы. Шөкөр, бөгөн оло юл буйҙарында тамаҡ ялғап алырға кафе-ашханалар ҙа, машинаңды ремонтларға техник хеҙмәтләндереү станциялары ла етерлек, йәнең теләгәненә мөрәжәғәт итә алаһың.


Малаяҙ ауылында урынлашҡан “Бишенсе тәгәрмәс” автомобилдәр ремонтлау хеҙмәте районда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә билдәле. Етмәһә, уның эшмәкәрлеге өлгөлөләрҙән һанала.


Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлаған йәш белгес Артур Закиров, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киткәнсе, ҡатыны Зөлфиә менән Ханты-Манси автономиялы округында тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә. Ошонда уларҙың ике ҡыҙҙары – Айгөл менән Әлиә донъяға килә. Йәш ғаилә Себер тарафтарында тамыр йәйеп китә алмай. Ике йылдан һуң Закировтар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм Силәбе өлкәһенең Усть-Ҡатау ҡалаһына эшкә урынлаша.


1994 йылда иһә ғаилә Арҡауыл ауылына күсенә. Ә 2011 йылда район үҙәгенә күсеп, эшкә бөтмөр, тырыш ғаилә үҙҙәренең эшен асырға уйлап, шиномонтаж ҡоролмаһы һатып ала. Әлбиттә, яңы ғына эш башлаған эшҡыуарҙың уны урынлаштырыу өсөн үҙ бинаһы булмай. Шуға ла Закировтар, район үҙәге осонда ер майҙаны алып, тәүҙә бәләкәй генә вагон ултырта. Тора-бара эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге яйға һалына, машиналар ремонтлау өсөн йылы, санузелы һәм ял бүлмәһе булған гараж төҙөйҙәр. Бөгөн унға яҡын машинаны бер юлы хеҙмәтләндереү мөмкинлегенә эйә гаражда егеттәр автомобилдәргә йән өрә.


– Әлбиттә, тәүге осорҙа эшмәкәрле­ге­беҙҙе башлап ебәреүе еңелдән булманы. Клиенттар күптән эшләгән автосервистарға мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрҙе, беҙгә ышанманы, – ти эшҡыуар. – Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәнек, ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, баҙарҙа урыныбыҙҙы таптыҡ, хәҙер үҙ клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килде.


Ысынлап та, автосервистан бөгөн кеше өҙөлмәй, бында тәгәрмәс яматырға ла, автомобилен ремонтлатырға ла киләләр. Етмәһә, янында ғына алмаш частәр һатыу магазины ла эшләй. Запас частәрҙе заказ буйынса алдырып та була. Бынан тыш, йөк машиналарына, ҡеүәтле тракторҙарға ла яңы деталдәр һатып алырға мөмкин.


Былтыр автосервис комплексында заманса кафе сафҡа индерелгән. Әле, хеҙмәткәрҙәренән тыш, кафеға район үҙәге халҡы ла, юлсылар ҙа ихлас йөрөй. Ҡулланыусылар ашнаҡсыларҙың тәмле, арзан, күңел йылыһы һалып бешергән сифатлы ризығын маҡтап бөтә алмай. Бында шулай уҡ төрлө байрам кисәләре, юбилейҙар, туй тантаналары үткәрелә.


– Шөкөр, ҡасандыр шиномонтаж­лау­ҙан башланған эшмәкәрлегебеҙ бөгөн үҙ емештәрен бирә, көслө конку­рентлыҡ заманында үҙ клиент­та­рыбыҙ булыуы һөйөнөслө, – ти аяғын­да ныҡлы баҫып торған эшҡыуар Артур Закиров. – Киләсәктә лә халыҡты ҡыуандырып, яңы хеҙмәттәр күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ, ә бының өсөн уңайлы шарттар етерлек.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.