Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 15:40

Өйөңдәген күршенән һора

Өйөңдәген күршеңдән һора тигәндәре дөрөҫ икән. Вики­педияға Силәбе өлкәһе топо­нимикаһы буйынса мәҡәләләр әҙерләгәнемде һәм унда шул өлкәнең атаҡлы топонимисы Николай Шуваловтың баҫма­ла­рынан файҙаланғанымды яҙғай­ным инде. Ул, башҡорт атамаларын түкмәй-сәсмәй телебеҙгә ҡайтарып ҡалдырып, аңлат­малар биргән.

Өйөңдәген күршеңдән һора тигәндәре дөрөҫ икән. Вики­педияға Силәбе өлкәһе топо­нимикаһы буйынса мәҡәләләр әҙерләгәнемде һәм унда шул өлкәнең атаҡлы топонимисы Николай Шуваловтың баҫма­ла­рынан файҙаланғанымды яҙғай­ным инде. Ул, башҡорт атамаларын түкмәй-сәсмәй телебеҙгә ҡайтарып ҡалдырып, аңлат­малар биргән.


“Арша”. Әй ҡушылдығы Арша йылғаһының гидронимына шәрехләмә биргәндә уның килеп сығышын Николай Иванович урыҫса “Арча”ның башҡортса әйтелеше тип аңлата. Бына бит – ысынлап та, яҡын-тирәлә тотош башҡорт топонимикаһы булғанда, был гидроним да беҙҙең телдән ингән инде ул – “арша” тигән һүҙебеҙ булған! Ә һүҙлектәребеҙҙә ул юҡ!


* * *

Аңбаш күле (урыҫса – Анбаш). Күлдең атамаһы килеп сығыуын легендалар аҡ (төҫ) + баш, йәки аң+баш һүҙҙәре менән бәйләй. Аҡбаш тигән атама ваҡыт уҙыу менән Анбаш йәки Амбаш булып яңғырай башлаған тип һанаусылар бар.


Шул уҡ ваҡытта, Силәбе топонимистары яҙып алғанса, боронғо башҡорт телендәге Аң һүҙе – ҡырағай йәнлек, кейек тигәнде аңлатҡан тигән бәйән дә бар, һәм атама үҙгәрмәйенсә, тап Аңбаш тип һаҡланып килеүе бик ихтимал.


* * *

Арғаяш топонимы буйынса Шувалов Николай Ивановичтың тексын үҙгәртмәй бирергә булдым. Ул үҙенең “От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь” тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:

– На ландкарте Исетской провинции 1742 г. – Агаяш. В записях ХIХ в. встречается в форме Яргояш. Обычно воспроизводится от башкирских слов: яр – ”берег”, ҡояш – “солнце” и переводится “солнечный берег”. Соответствует и древнему тюркскому личному мужскому имени Агайяш или Аргайяш, Ергаяш. Любопытно отметить, что название другого озера Аргаяш, что на территории города Миасса, в источниках ХVIII в. записано Ергаяш.


* * *

Урыҫса Аргазинское водохранилище тип аталған һыу ятҡылығы иһә башҡортсаға Арғужа һыу һаҡлағысы тип тәржемә ителә, сөнки йырҙарҙа йырланған Арғужа күле исеменән алынған.


Шувалов та күлдең исемен башҡортса Арғужа тигән ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа. “Ар” (арыу, яҡшы) һәм хужа (ғужа) тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тигән аңлатма бирә.


* * *

Урыҫса Беликуль тип аталған күлдең атамаһын Шувалов башҡортса белексе йәки белек һәм күл һүҙҙәре ҡушылыуҙан килеп сыҡҡан тип яҙа.


* * *

Биргильда йылғаһы топонимы башҡорт телендәге “бер” һәм “кил­де” һүҙҙәренән килеп сыҡ­ҡан, тип яҙа Николай Иванович. Баш­ҡорттар тәүге улдарына шундай исем ҡуша торған булған.


Дөрөҫөн әйткәндә, шундай йола барын мин белмәй инем.

* * *

Ул үрҙә әйтелгән һүҙлегендә Буташ тигән күлдең исемен башҡортса бута – дөйә балаһы тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбатлай. “Бута” тигән һүҙҙән яһалған ирҙәр исеменән булыуы ла ихтимал тигән фаразын да әйтә.
Читайте нас: