Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 12:33

Ярамай!

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәүефһеҙлек маҡсатында яңы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәүефһеҙлек маҡсатында яңы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.


Документ буйынса, 17 – 20 июндә Өфө ҡалаһы биләмәһе өҫтөндәге һауала пилотһыҙ осоу аппараттары ҡулланыу тыйыла. Бындай аппараттарға ҡала сиктәрендәге майҙандарҙан осоп китергә һәм төшөп ултырырға ярамай.


Был ваҡытта ҡалала мөһим саралар уҙасаҡ. Сикләү Рәсәй Федерацияһының һауа киңлеген файҙаланыу буйынса федераль ҡағиҙәләр талаптарына ярашлы индерелә.


Фото: ajansbt.com