Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 22:11

Зәки Вәлиди урамы ваҡытлыса ябыла: юл ремонты сифатлы булырға тейеш

Өфөлә Зәки Вәлиди урамын – Салауат Юлаев проспектының юл күперенән Мәжит Ғафури урамына тиклемге участканы ремонтлау дауам итә.

Фото "Башинформ"дан алынды.
Өфөлә Зәки Вәлиди урамын – Салауат Юлаев проспектының юл күперенән Мәжит Ғафури урамына тиклемге участканы ремонтлау дауам итә.


Эшселәр асфальт-бетон ябыуының өҫкө ҡатламын һала, быға тиклемге етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Әммә Өфөгә ингән урындағы транспорт ағымының тығыҙлығы, көндөң эҫелеге ремонт эштәренең тейешле сифатына өлгәшеү мөмкинлеген бирмәй, тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә. Асфальттың өҫкө ҡатламы һыуынһын һәм тулыһынса әҙер булһын өсөн 12 – 24 сәғәт кәрәк.


Ошоно иҫәптә тотоп, әлеге участкала транспорт хәрәкәтен ваҡытлыса туҡтатып торорға ҡарар ителде. Төндә юл тулыһынса ябылып, унда ремонт эштәре барасаҡ.


Иртәгә, 13 июндә, сәғәт төнгө 1-ҙән таңғы 6-ға тиклем урау юлдарҙан файҙаланырға тәҡдим ителә.


14 – 16 июндә Зәки Вәлиди урамы киске сәғәт 9-ҙан иртәнге 6-ға тиклем ябыҡ буласаҡ. Артабан иһә ҡалаға инеү һәм унан сығыу өсөн берәр һыҙат асыласаҡ.


Ремонт көндәрендә был урамда троллейбустар хәрәкәте лә туҡтатыла.


Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын ошо ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайҙар. Автомобилистарға иһә тиҙлек режимын һаҡларға, юл билдәләренә, кәртәләргә иғтибар бирергә, хәрәкәт маршрутын алдан һайларға кәңәш ителә.