Быйыл йәй көндәр әллә ни ҡыуандырмай: йә кәрәгенән тыш эҫетә, йә ҡапыл һыуыта.
14 июндә лә төндә 0-дән минус 2 градусҡа тиклем һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ иһә 15-20 градус йылы булыуы көтөлә.
Тәбиғәт бының менән генә сикләнмәйәсәк: ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр, борсаҡ яуыуы ла бар.
Һауа торошоноң ҡапыл һыуытыуы иһә ауыл хужалығы үҫемлектәренә хәүеф тыуҙыра, шуға ла йәшелсәләрҙе төнгөлөккә ябыу ҡалдырыу хәйерлерәк. Таулы райондарҙа ҡырау төшөү ихтималы ҙур.