Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 23:57

Балаһын ташлағанда ни эшләгәнен белмәгән...

Алдан хәбәр ителеүенсә, Өфөлә март айында 21 йәшлек ҡатын ике йәшлек ҡыҙын туғыҙынсы ҡаттан ташлағайны.

Фото "Башинформ"дан алынды.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Алдан хәбәр ителеүенсә, Өфөлә март айында 21 йәшлек ҡатын ике йәшлек ҡыҙын туғыҙынсы ҡаттан ташлағайны.


Йәш әсә ошонан һуң үҙе лә һикергән, әммә көрткә төшөү сәбәпле ҡазаланмаған. Бала ла иҫән, тик һаулығына ҙур зыян килгән.


Был хәл буйынса ҡатынға енәйәт эше асылды. Суд психиатрҙары билдәләүенсә, ул ауырыу, балаһын ташлаған ваҡытта ни эшләгәнен белмәгән. Ҡатынды мәжбүри дауалау кәрәк. Был йәһәттән ҡарарҙы суд ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр Тәфтиш комитетында.
Читайте нас: