Йәмғиәт
13 Июня 2019, 08:39

"Балалы әсәне мин алам!"

16 йәшлек әсә менән уның балаһын Архангел районында бер ғаилә тәрбиәгә алыуы хаҡында яҙғайныҡ инде. Ошо көндәрҙә уның яҙмышы көтөлмәгәнсә үҙгәрергә тора –19 йәшлек егет уға тәҡдим яһаған һәм балаһын да тәрбиәләргә риза.

Йәштәр никахын рәсмиләштерергә теләһә лә, әсәнең районда пропискаһы булмағанлыҡтан, әлегә был мәсьәләне хәл итәһе бар.

Егетте һәйбәт кеше тип әйтәләр. Даими эш урыны юҡ, шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай. Тиҙҙән йәш ғаиләне кирбес заводына эшкә урынлаштырырға вәғәҙә итәләр.

Фото: news.yandex.ru
Читайте нас