Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 12:23

Егет кеше купальник кейәме?..

Көндәрҙең береһендә Өфө үҙәгендә 16 йәшлек үҫмер магазинға килә. Һатыусының бүтәндәр менән һөйләшеп тороуынан файҙаланып, ул элгестәге бер нисә купальникты эләктерә лә сығып һыҙа.

Көндәрҙең береһендә Өфө үҙәгендә 16 йәшлек үҫмер магазинға килә. Һатыусының бүтәндәр менән һөйләшеп тороуынан файҙаланып, ул элгестәге бер нисә купальникты эләктерә лә сығып һыҙа.


Ҡасауын ҡаса ла, әммә һатыусы унан да етеҙерәк булып сыға. Эргә-тирәләге кешеләр ҙә уғрыны тоторға ярҙам итә.


Урланған тауар туғыҙ мең һум торған. Үҫмергә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер ул егеттәргә ҡатын-ҡыҙҙар купальнигын "кейергә" ярамағанлығын аңлар, моғайын.


Фото: mgazeta.com
Читайте нас: