Күп балалы әсә, оҫтабикә Динара Аратова менән Нуриман районына юл төшкәндә танышҡайныҡ. Әүҙем ҡатын, хәстәрлекле әсә булараҡ ҙур ғаиләһенә иғтибар бүлеүҙән тыш, ул милли мәҙәниәтте үҙ итеүселәр өсөн күңел йылыһын, күҙ нурын ҡушып түшелдерек-һаҡалдар ҙа эшләй.
Динара Нуриман районының Яңы Күл ауылында тыуып үҫкән. Тәүге тапҡыр күрешкәндә ул тормош иптәше Руслан менән дүрт бала тәрбиәләй ине. Гүзәлиә, Азалия, Камила, Байрас береһенән-береһе бәләкәй булһа ла, үҙ-ара күҙ-ҡолаҡ булып, ҡыҙҙары әсәһенә ярҙамлашып, татыу донъя көтәләр.
Әңгәмәләшкән саҡта шул да мәғлүм булғайны – татыу ғаиләлә бишенсегә бәпәй көтәләр икән! Йәштәр иркен, яҡты йорт та һала башлаған.
...12 июндә, Милли костюм парадында күптәнге танышыбыҙ Динара Аратованы осратҡас, бер аҙ хайран ҡалдыҡ: уның ҡулында сараның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы – өс кенә айлыҡ Алтынай ҙа бар ине! Бына бит ваҡыт тигәнең – Аратовтарҙың бишенсе бәпесе тыуыу ғына түгел, парадта ҡатнашырлыҡ булған! Азалия, Камила, Байрас та байрамға килгән, тик VII класты тамамлаған өлкән ҡыҙҙары Гүзәлиәне генә донъя көтөргә өйҙә ҡалдырғандар.
– Парад булаһын ишеткәс, йөрәк түҙәме һуң. Ирем Русланға “Әйҙә, мине алып бар” тигәс, бер һүҙһеҙ ризалашты. Милли кейем, биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдарым менән яһағас, миңә бындай сарала ҡатнашыу, рухташтар менән аралашыу, кешеләрҙе генә түгел, төрлө милли костюмдарҙы ла күреп ҡайтыу бик мөһим. Ҡыҙҙарымдың, шул иҫәптән, бәләкәсебеҙ өс айлыҡ Алтынайҙың да милли биҙәүестәре бар – үҙем яһаным. Ғөмүмән, беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәткә иғтибар ҙур, халыҡ урындағы “Күлдәр иле” фольлор ансамбленә әүҙем йөрөй.
Бына шундай әүҙем, уңған күп балалы әсә бар Нуриман тарафтарында. Динара һәм Руслан Аратовтарҙың рухлы, матур ғаиләһенә именлек теләйек! Киләһе йылдағы парадҡа Алтынай ҙурыраҡ үҫеп, үҙ аяҡтарында йүгереп килеп етһен!
Фото: Аратовтарҙың ғаилә архивынан.