Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 12:16

Сиам игеҙәктәренә 29 йәш

Был ваҡиға 1990 йылдың 9 апрелендә Силәбе ҡалаһында була. Шәфҡәт туташы әсәгә сабыйҙарын күрһәткәс, ул илап ебәрә. Ҡыҙҙар сиам игеҙәктәре була.

Был ваҡиға 1990 йылдың 9 апрелендә Силәбе ҡалаһында була. Шәфҡәт туташы әсәгә сабыйҙарын күрһәткәс, ул илап ебәрә. Ҡыҙҙар сиам игеҙәктәре була.


Бәләкәстәренең тыуыр ваҡыты яҡынлашҡас, ҡатын УЗИ-ға бара һәм уларҙың ғәҙәти булмауын белә. Ире уны абортҡа барырға өндәһә лә, йәш әсә балаларын үлтереү хаҡында уйларға ла ҡурҡа. Бынан һуң ире уны ташлап китә. Сабыйҙары донъяға килгәс, бәлки, табиптар хаталанғандыр тигән өмөттә ир дауаханаға килә. Ул сиам игеҙәктәрен күргәс, сәскәһен ҡатынының йөҙөнә бәреп, мәңгелеккә хушлаша.


Бәхеткә күрә, ҡыҙҙарға ярҙам итергә теләүсе табыла. Ул – Лев Новокрещенов. Хирург ҡыҙҙарға операцияны Силәбелә яһарға хәл итә. Мәскәү табиптары ла был ҡатмарлы эштән баш тарта, сөнки ул ваҡытта СССР-ҙа сиам игеҙәктәрен айырыу буйынса операциялар һәр ваҡыт уңышһыҙ тамамланған.


Клиника үҙенең абруйын төшөрөүҙән ҡурҡа, шулай ҙа Лев Новокрещенов операцияның насар булыуы хаҡында уйҙы башына ла индермәй – ике ҡыҙ ҙа иҫән ҡаласағына ышана. 17 майҙа бәләкәстәрҙе операция өҫтәленә һалалар. Хәҙер һылыуҙар был көндө икенсе тыуған көндәре тип иҫәпләй.


Әсәләре Вера Коркина уларҙы яңғыҙы үҫтерә. Бер аҙҙан атайҙары ғаиләгә кире ҡайтырға теләһә лә, ҡатын уны кисерә алмай.

Бөгөн ҡыҙҙарға 29 йәш. Улар бүтәндәрҙән бер яғы менән дә айырылмай. Икеһе лә балыҡ заводында эшләй.


Фото: vk.com
Читайте нас: