Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында бәләкәй бала йәрәхәтләнә. Октябрь проспекты, 59-сы йорт янындағы ихатаның балалар майҙансығында була был хәл. Ете йәшлек ҡыҙыҡай өс метр бейеклектәге тауҙан осоп төшә.
Ашығыс ярҙам машинаһы шунда уҡ килә һәм баланы дауаханаға алып китәләр. Табиптар әйтеүенсә, уның муйыны һынған. Ҡыҙыҡай майҙансыҡта ата-әсәһе менән бергә булған.
Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәнең сәбәбе: хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән ҡорамал булыуы ихтимал. Сикләүсе борттар түбән булған, тиҙәр.