Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 12:55

Булмышы менән ысын табип

Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған.

Бар ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлаған.


Ирмен тигән ир-егеттең йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйлағанда, күптәр, “ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә тейеш”, ти. Уйлап ҡараһаң, бөгөнгө геройым был ғәмәлдәрҙең барыһын да үтәгән. Улай ғына түгел, ғүмере буйы донъялағы иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәргә тоғро ҡалып, күпме ауырыуҙарҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған абруйлы табип, өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрле атай һәм олатай, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән әүҙем һәм рухлы ир-азаматы, үҙ еренең патриоты һәм ысын мәғәнәһендә һәр саҡ кеше булып ҡала алған замандаштарыбыҙҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың почетлы доноры, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлеге мөдире булып эшләгән Тәлғәт Солтанов хаҡында булыр һүҙебеҙ.


Бала саҡтан табип һөнәрен оҡшата


Ул Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылының уҡытыусылар ғаиләһен­дә тыуа. Әсәһе, Алмабикә Ҡотдос ҡыҙы, өс малайын яңғыҙы үҫтерә. Ғаиләлә уртансы малай булараҡ, Тәлғәт Әхтәм улы бәләкәйҙән аға­һына ярҙамлашырға ла, ҡустыһын ҡарарға ла өлгөрә. Әбделкәрим һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик “бишле” билдәләренә тамамлаған егет артабан белемен Йылайыр райо­нының Юлдыбай урта мәктәбендә дауам итә. Бала саҡтан табип һөнәрен оҡшата: кеше ғүмерен һаҡ­лау, сирлеләргә ярҙам итеү те­ләге көндән-көн нығына. Мәктәпте тамамлаған йылда уның ағаһы әрмегә китә. Әсәһен яңғыҙын ҡал­дырырға йөрьәт итмәй ул, шуға ла бер аҙ “Баймаҡ” совхозында эшләп ала.
1968 йылда Тәлғәт Солтанов Тымыҡ океан флотына әрмегә алына. Хеҙмәт осоронда спорт менән ныҡлап шөғөлләнә. Тымыҡ океан флоты беренселеге өсөн Владивосток ҡалаһында үткән ярыштарҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 1969 йылда шторм ваҡытында батып барған балыҡсыларҙы ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡаны өсөн тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытҡа отпуск менән бүләкләнә. Бар яҡлап үҙен яҡшы һәм ҡыйыу күрһәткән Баймаҡ егетенең исем-шәрифе хеҙмәт иткән кораблдең Почетлы китабына индерелә.
Өс йыл “һалдат һурпаһы” эсеп, спорт яғынан нығынып, сәлә­мәт тормошҡа ынтылып ҡайтҡан егет документтарын Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшыра. Хәйер, ул йылдарҙа медицина институтына, бигерәк тә төпкөлдәге ауыл балалары өсөн, уҡырға инеү буй етмәҫлек бейеклек, оло ҡаҙаныш һанала, сөнки бындай бәхет бик һирәктәргә генә эләгә. Был хәҡиҡәтте тәрәндән аңлаған әңгәмәсем тәүге көндәрҙән үк уҡыуҙың ҡәҙерен белеп, тырышып белем ала.
Уҡыуҙың һуңғы курсында Киров районының “Тиҙ ярҙам” бүлегендә эшләй башлай. Өфө ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһында бер йыллыҡ интернатураны уңышлы тамамлап, тыуған яғына йүнәлтмә ала. Өмөтлө йәш белгескә Өфөлә ҡалырға ла тәҡдим итәләр, әммә ул районға ҡайтырға тәүәккәлләй.
Студент йылдарында ғүмерлек мөхәббәте, Йылайыр һылыуы, класташы Фәүзиә Әхмәтйән ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ҡатыны – һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт­остан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, әле хаҡлы ялда. Йәштәрҙең тормоштарын йәмләп улдары Таһир донъяға килә.


Кеше ғүмере һинең ҡулда икән


Ҡулына диплом алған юғары бе­лемле йәш табип ҡатыны, бәлә­кәс улы менән Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһы дауаханаһына эшкә урынлаша. Хирург – иң абруйлы, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Тәлғәт Әхтәм улы әллә күп­ме ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, сирле­ләргә йән өрә, өмөт уята, йәшәүгә ышаныс бирә. Бәғзе осраҡта тәүәккәллек күрһәтеп, ашығыс операцияларҙы башҡарырға мәжбүр була, сөнки ҡайһы бер мәлдәрҙә бер минут та сирленең ғүмерен ҡотҡарыуға ҙур булышлыҡ итә.
– Кеше ғүмере һинең ҡулда икән, үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алырға тура килә, – тип һүҙ башланы әңгә­мәсем. – Гиппократ антын биргән ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем һайлаған һөнәремә хыянат иткәнем юҡ. 41 йыл өҫтөмдәге аҡ халатыма тап төшөрмәй, сирленең ғүмере өсөн көрәшәм. Әлбиттә, төрлө район дауаханаларында, артабан Сибайҙа эшләргә тура килһә лә, һәр саҡ кеше сәләмәтлеге өсөн хеҙмәт итәм. Ошо йылдар арауы­ғында күпме операция яһағанмын­дыр, һанын хәтерләмәйем, тик бер генә операция ла бер-береһен ҡабатламай. Сирлегә бер үк диагноз ҡуйылһа ла, уларҙың һәр береһенә үҙенсә дауа кәрәк.
Тәүге йылдарҙағы хеҙмәт шарттары менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай. Хәҙер медицина көслө. Элек бит хатта наркозды ла бик һи­рәк ҡуллана инек. Анестезия ғына. Тәғәйен бер операция эш­ләргә барһаң, икенсе сир барлығы асыҡлана. Ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, табип һалҡын ҡанлы уйына, белеме һәм тәжрибәһенә таянырға тейеш. Шуны ышаныслы әйтә алам: эш дәүеремдә минең хаталаныуым арҡа­һында бер генә хәл дә теркәлмәне, бер сирле лә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, ялыу яҙып йөрөмәне. Ә был – беҙҙең хеҙмәттәге иң ҙур баһаларҙың береһе.
Бар яҡлап үҙенә талапсан, эше­нә яуаплы ҡараған Әхтәм Солтановты райондың Түбә, Темәс һәм “Йылайыр” совхозы дауаха­на­һына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр.
Районда иң ҙур һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына етәксе булыу, ауырыуҙарҙы ла ҡабул итеү, операциялар яһау еңелдән түгел, шул уҡ ваҡытта дауахананың кәндәлек мәшәҡәттәренә сумырға, бик күп проблемаларҙы хәл итергә, хеҙмәт­тәштәрең менән дә уртаҡ тел та­быр­ға, сирлеләрҙе лә яҡшы дауа­ларға кәрәк. Быларҙың барыһына ла өлгөрөр өсөн өйҙәге тылдың ныҡлы, ышаныслы булыуы зарур. Был йәһәттән геройым ҡатыны Фәүзиә ханым менән бик тә тап килгән. Уйлап ҡараһаң, табип ҡатындарына ауырға тура килә, сөнки ял көнө тимәй, байрамдамы, ғаилә менән бергәләшеп ҡайҙалыр барғандамы – һәр ерҙән уны эшкә алып китеү, саҡыртыу ғәҙәти күренеш. Өҫтәүенә ауыр операция­ларҙан йәки тәүлек буйы дежур көндәрҙән һуң арып, кәйефһеҙ ҡай­тып инеүҙәренә лә әҙер булырға кәрәк.

– Иптәшемдең эшенә һәр саҡ хөрмәт менән ҡараным, шуға күрә уға йылы һүҙ табырға, яҡты йөҙ менән ҡаршы алырға, аңларға тырышам. Өҫтәлемдә һәр саҡ йылы аш әҙер булды, өй ҡараулы, бала бағыулы. Табиптың кеше яҙмышы өсөн икеләтә яуаплы икәнлеген һәр саҡ аңланым. Ә үҙенә килгәндә, Тәлғәт Әхтәм улы ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора, улы, ейәне өсөн ышаныслы ҡалҡан. Ә туғандары, ауылдаштары уны һәр саҡ хөрмәт итә, улар өсөн беҙҙең йортобоҙ һәр саҡ асыҡ, – ти Фәүзиә ханым.
Уңғанлыҡ тупһанан күренә


Тәжрибә йылдар дауамында йыйылһа, белемде һәр саҡ камиллаштырып торорға кәрәк, ти Тәлғәт Әхтәм улы. Хәйер, табиптарҙың ғүмер буйы уҡып, һәр саҡ белем эстәп тороуҙары ла бер кемгә лә сер түгел. 1980 йылда Тәлғәт Солтанов гинекология буйынса белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфөлә махсус курс тамамлай. Артабан уны Түбә һәм Темәс табип участкаларына акушер-гинекология һәм хирургия хеҙмәттәре өсөн яуаплы табип итеп тәғәйенләйҙәр. Бөтәһе 13 мең кешене хеҙмәтлән­дергән бүлек район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша.
– Май байрамдарына Өфөнән ҡайтып, өйгә лә кереп өлгөрмәнем, минең арттан машина килеп тә етте. Күп ҡан юғалтҡан ауырлы ҡатынды алып килгәндәр. Тиҙ арала операция яһаныҡ, өс литр ҡан бирергә тура килде, шуның 400 миллилитрын үҙем тапшырҙым. Байрамды дауаханала үткәрҙем, – тип хәтерләй әңгәмәсем.
Ауыл ерендә туғыҙ йыл табип, дөрөҫөрәге табип-хирург булып эшләгән ваҡытында уға төрлө хәлдәр, төрлө сирлеләр менән осрашырға тура килә.
1987 йылдың ғинуарында Тәлғәт Әхтәм улын Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылы дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул 1997 йылға тиклем эшләй. Тап уның тырышлығы менән төпкөлдә, иғтибарһыҙ ҡалған дауаханаға ҡайтанан йән инә – дауахананың яңы бинаһы төҙөлә, автотранспорт паркы яңыртыла, медицина хеҙмәткәрҙәре торлаҡ менән тәьмин ителә, яңы медицина ҡорамалдары ҡайтарыла, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, теш кабинеттары асыла. Бигерәк тә балалар сәләмәтлеген ҡайғыртып, төбәктә кескәйҙәрҙең һаулығы өсөн бар шарттар тыуҙырыла. Тап ошо осорҙа Аҡъяр район дауаханаһы базаһында ике тапҡыр Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының күсмә коллегиялары үткәрелә.
Артабан тәжрибәле табип Сибай ҡалаһына күсеп килә һәм медицина өлкәһендә яңылыҡ булған, өр-яңы бүлектәрҙең береһе – хужалыҡ иҫәбе бүлеген аса һәм әлеге көнгә тиклем уны етәкләй.
Уйлап ҡараһаң, йылдар күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән. Ҡасандыр Тәлғәт Солтановтың тәүге пациент­та­рының балаларының балалары бөгөн тәжрибәле табипҡа үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Кем генә булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙенең кәңәш­тәрен бирә, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша Тәлғәт Әхтәм улы. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайында ағза булып тора, 2010 йылда Өфөлә үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша. Шулай уҡ үҙе тыуып үҫкән ауылы Әбделкә­римдең үткәне, бөгөнгөһө һәм килә­сәге өсөн борсолоп йәшәй, ғәзиз Һаҡмары яҙмышы өсөн янып көйә. Әйткәндәй, әбделкәримдәр үҙҙәре­нең арҙаҡлы ауылдашына тәүге­ләрҙән булып “Әбделкәримдең Почетлы гражданы” таныҡлығын тапшырып, иңенә таҫма һала.
Ауылдаштарын өйлө, миҙаллы иткән


Халҡыбыҙҙың үткәне, шанлы һәм данлы тарихы менән дә ҡыҙыҡһына ул. Тәлғәт Солтанов үҙенең шәжәрәһен өйрәнеү буйынса оҙаҡ эшләй, архивтарға йөрөй, эҙләнә, таба. Ҡартатаһының ағаһы, Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе, 1920 йылғы “ҡыҙыл террор” ҡорбаны Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы Булатовтың исемен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Бөгөн ауылдың бер урамы уның исемен йөрөтә, мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ һәм музей асылған. Бер нисә йыл рәттән Тәлғәт Солтановтың тырышлығы менән Сибай табиптары Әбделкәрим, Алғаҙы һәм Ҡыуат ауылы халҡын бушлай ҡабул итеү ойошторҙо.
Ауылдашы Ғәҙелша Солтан­ғоловтың 1943 йылда “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булып та уны ала алмауы хаҡында белгәс, тап уның тырышлығы менән миҙал үҙ хужаһына ҡайтарыла. Ә уның өсөн Тәлғәт Әхтәм улына әллә күпме эҙләнергә, Мәскәүгә шылты­ратырға, кемделер борсорға, бихисап ваҡытын бүлергә тура килә. Шулай уҡ ауылдашы Миңлеямал Ғәбито­ваға үҙе шәхсән юллап, һуғышта һәләк булған ветеран ҡатыны булараҡ фатир алышырға булыш­лыҡ итә. Быларҙың барыһын да ул күңеле ҡушыуы буйынса башҡара, ауылдаштарына ярҙам итә.

Ир кешенең йәшен һорамайҙар, ҡылған эшен ҡарап, ҙурлайҙар, тигән кеүек, Тәлғәт Солтановтың да йәшәү асылы, булмышы уның ҡылған изге ғәмәлдәрендә. Ҡырҡ йылдан ашыу кеше һаулығы өсөн хеҙмәт итеү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Һайлаған һөнәренән дә, донъяға килгән бәрәкәтле Баймаҡ еренән дә, һөйгән ҡатынынан да, эшләгән коллективынан да уңды ул. Ата­һының юлын дауам итеп, улы Тимур Өфөнөң 5-се ҡала стоматология поликлиникаһында табип-стоматолог булып эшләһә, ейәне Алмас ҡартатаһы һәм атаһының юлы­на тап төшөрмәй, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты. Бер туған һеңлеләре Рәғиҙә Тәлғәт ҡыҙы Сибай ҡала дауаханаһының терапия бүлеге етәксеһе булһа, Алһыу Әхтәм ҡыҙы шәфҡәт туташы булып эшләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең өс быуынын лайыҡлы дауам иткән данлы Солтановтар нәҫелендә быуындар күсәги­лешлеге лайыҡлы дауам итә.


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: