Программаның 94 проценты республика ҡаҙнаһынан, биш проценты район һәм ҡала бюджетынан финанслана, ә бер процентын ошонда йәшәгән милекселәр түләй. Быйыл республикала 480 ихатаны төҙөкләндереү күҙ уңында тотола, ә алты йыл эсендә барлығы өс меңдән ашыу ихата матурайтылырға һәм төҙөкләндерелергә тейешле. Төҙөүселәр үҙ эшенә өс йыллыҡ гарантия бирергә бурыслы. “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына ярашлы, был урындарҙа видеокамералар ҡуйыу ҙа ҡаралған.