“Авангард” хоккей клубының элекке ҡапҡасыһы Максим Соколовтың ғаиләһендә ҙур фажиғә булған.
Әле уның 15 йәшлек бәләкәй улын полиция ҡулға алған. Ул ағаһын бысаҡ менән йәрәхәтләүҙә ғәйепләнә. Ваҡиға урынында боғаҙынан салып үлтерелгән ҡатынды һәм уның эргәһендә йәрәхәтләнгән 18 йәшлек улын (шулай уҡ хоккейсы, исеме лә – Максим) тап итәләр.
15 йәшлеге ғәйепте үҙенә алғыһы килмәй, киреһенсә, ағаһының бысаҡ менән ғаилә ағзаларына һөжүм иткәнен белдерә. Уның ҡылыҡтарына ҡарап, үҫмер өйҙәге фажиғәнең шаһиты булған ағаһын үлтерергә теләгәндер, тип фараз итә тәфтишселәр.
Әле Максим дауаханала, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.
Аталары Максим Соколов СКА, “Северсталь”, “Авангард”, Новокузнецк “Металлург”ы, “Трактор”, “Нефтехимик” һәм Рәсәй йыйылма командалары өсөн уйнаған. Спортсы Туринда уҙған Олимпия уйындарында ҡатнашҡан. Рәсәй, донъя уйындары призеры, Европа чемпионаттары кубогына лайыҡ булған. 18 йәшлек улы Максим Соколов – “СКА-1946” хоккей клубы ҡапҡасыһы.