Йәмғиәт
14 Июня 2019, 10:10

Ҡоролтайҙа – ҡыҙыҡ сара

Бөгөн Өфөгә илдең иң мөһим digital эксперттары йыйылды. Баш ҡалала 3-сө “Digital Ҡоролтай” конференцияһы үтә. Быйыл саралар Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай бинаһында ойошторолдо.

Бөгөн Өфөгә илдең иң мөһим digital эксперттары йыйылды. Баш ҡалала 3-сө “Digital Ҡоролтай” конференцияһы үтә. Быйыл саралар Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай бинаһында ойошторолдо.


Төп дискуссия темаһы “Медиа 2030: донъя һанлы революция сигендә” тип атала. Конференцияла “Эхо Москвы”ның баш мөхәррире Алексей Венедиктов, Sputnik агентлығының медиаменеджеры Петр Лидов, Agenda media-ны ойоштороусы Олег Бармин, Валентин Васин (ПАО “Сбербанк”), политтехнолог Виталий Шкляров, “Комсомольская правда” нәшриәт йортоноң директор урынбаҫары Роман Карманов һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ.


Бынан тыш Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Новосибирск, Калининградтан блогерҙар килгән. Улар һанлы технологиялар киләсәген нисек күреүҙәре тураһында фекер алышасаҡ.


Бөгөн Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтай йортона журналистар, алдынғы киң мәғлүмәт саралары баш мөхәррирҙәре, блогерҙар, политтехнологтар һәм маркетологтар йыйылды. Һөйләшәһе темалар күп һәм ҡыҙыҡлы: һанлы революция, чиновниктарҙың социаль селтәрҙәрҙә эшләүе, Telegram-ды алмаштырыу мөмкинлеге һәм башҡалар.
Читайте нас