Башҡортостанда быйылғы беренсе кварталда 16 йәшлек 41 ҡыҙ никахҡа ингән.
Был хаҡта республиканың юстиция комитетынан хәбәр иттеләр.
Былтыр йыл дауамында бәлиғ булмаған 191 ҡыҙ никахҡа ингән. Төп сәбәптәр – ауырға ҡалыу, бала тыуыу, буласаҡ атайҙы армияға саҡырыу һ.б. Республика юстиция комитетында әйтеүҙәренсә, беҙҙәге төп сәбәп – ауырға ҡалыу.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, 2017 йылға тиклем Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемгеләргә лә никахҡа инергә рөхсәт була торғайны.