Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 20:22

Бари Алибасов ҡайҙа йәшеренгән?

Торба таҙартҡыс шыйыҡса эсеп ағыуланған Бари Алибасовты дауахананан сығарғандар тигән хәбәр килде. Ишек эргәһендә телерепортерҙар дежур торғанлыҡтан, быны һиҙҙермәйенсә эшләүе ауыр булған.

Торба таҙартҡыс шыйыҡса эсеп ағыуланған Бари Алибасовты дауахананан сығарғандар тигән хәбәр килде. Ишек эргәһендә телерепортерҙар дежур торғанлыҡтан, быны һиҙҙермәйенсә эшләүе ауыр булған.


Артабан улы атаһын “йәшерен урынға” алып киткән. Әле артистың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Шуныһы һөйөндөрә: уның һаулығы яҡшырған, ә бына ҡыҙыл үңәсенең нисек уңалыуы алдағы бер ай эсендә билдәле буласаҡ.


Склифосовский исемендәге институтта дауаланғандан һуң, Бари Алибасовҡа реабилитация үтергә кәрәк буласаҡ. Бының өсөн яҡындары уны сит илгә алып китеүе бар, сөнки унда шарттар яҡшы. Ихтимал, ул Ҡаҙағстанға юлланыр. Был турала артистың улы хәбәр иткән.


Шулай ҙа кесе Алибасов тәүге этапта атаһына бик яҡшы ярҙам күрһәткәндәрен билдәләгән. Белгестәргә килгәндә, Склифосовский клиникаһы табиптарының тәжрибәһе сит илдекеләргә ҡарағанда ла ҙур, тип белдергән ул. Ошондай ағыуланыуҙар менән бында йылына байтаҡ кеше дауалана икән.


Ул арала Бари Алибасов иҫенә килгәс тә иң тәүҙә бесәйен һорашҡан. Тик уныһы фатирынан сығып китеп юғалған. Ул арала берәү йорт хайуанын табып килтергән булып, вәғәҙәләнгән 800 мең һум аҡсаны алып юҡҡа сыға. Продюсерҙың улы аҙаҡ ҡына бесәйҙең атаһыныҡы түгеллеген аңлай. Бесәйен шул тиклем яратҡан Алибасов быны белгәс ни булыр – билдәһеҙ...


Фото: aif.ru