Йәмғиәт
17 Июня 2019, 13:56

Беренсе велосипедты тапшырҙылар

Конкурс Республика ҡан биреү станцияһы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең Киләсәк” хәйриә фонды менән берлектә үткәрелде.

Конкурс Республика ҡан биреү станцияһы, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе һәм “Беҙҙең Киләсәк” хәйриә фонды менән берлектә үткәрелде.


Ошо көндәрҙә “Изге донор” акцияһында ҡатнашып, тултырылған купонды беренсе булып тапшырған кешегә велосипед тапшырҙылар. Ул кеше 22 йәшлек Станистлав Илтуғанов булып сыҡты. Егет 2016 йылдан донор икән. Ошо ваҡыт эсендә 10 литрҙан ашыу ҡан биреп, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған.


– Конкурс тураһында ул башланғандың иртәгәһенә үк белеп ҡалдым. Шунда уҡ велосипедтарҙың береһе минеке буласаҡ, төп бүләк – Сочиға юллама отоуҙа ла мотлаҡ ҡатнашасаҡмын, тигән ҡарарға килдем. 2,5 ай эсендә һигеҙ тапҡыр ҡан биреп, 15 донацияны йыйҙым, – ти Станислав.


Акция шарттарына ярашлы, купондарын тултырып тапшырғандарға 100 велосипед әҙерләнгәйне. Сарала ҡатнашыусылар өсөн дәртләндереү бүләктәре лә әҙерләнде.



Читайте нас