Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2019, 16:11

Иң күркәм йорттар – “Сағыу”ҙа

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.


Конкурсҡа 17 муниципалитеттан йәмғеһе 173 ғариза бирелгәйне. Өфөнөң “Сағыу” биҫтәһендәге Е. Столяров урамында урынлашҡан 4-се һәм 4б һанлы йорттар иң-иңдәре бип билдәләнде. Уларҙы баһалағанда подъездарҙың биҙәлеше, таҙалығы, баҫҡыстарҙың, инженерлыҡ селтәрҙәренең, йорт фасадының техник торошо, дөйөм файҙаланыу урындарының яҡтыртылыуы, инвалидтар өсөн ҡулайламаларҙың булыу-булмауы, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының йыһазланышы, йорт яны биләмәһенең төҙөклөгө иҫәпкә алынды.



Фото: Ufaprojects.kommersant.ru.
Читайте нас: