Яңауыл районында була был фажиғә. Кистән һуң ғына өләсәһе ейәнсәре менән мунсаға китә. Улар үтә оҙаҡ ҡайтмағанға туғандары артынан бара һәм 57 йәшлек өләсәйҙең, ике йәшлек ейәнсәренең йәнһеҙ кәүҙәһен күрә. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡазаға тарыусылар һөрөм еҫенән үлгән тип фаразлай.