Иртәгәне бөгөн ҡайғыртыу хәйерле.
Илһөйәр Дамир ҡыҙын Талбазыла белмәгәндәр һирәктер. Уның “Башкирочка” кафеһының аш-һыуын тәмләгәндәр, бәлеш һәм башҡа ҡамыр аштарына, банкеттарға заказ биреүселәр район үҙәгенән ситтә лә етерлек.
Ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан кафеның эсе зауыҡлы биҙәлгән. Өҫтәлдәрҙә ап-аҡ япмалар, йыһаздар, әйтерһең дә, бөгөн генә магазиндан һатып алынған, барыһы ла өр-яңы, көлөп-балҡып тора. Аш-һыуҙың төрлөлөгө хайран ҡалдыра, һигеҙ кешенән генә торған коллектив был хәтлем ризыҡты нисек бешереп-төшөрөп өлгөрәлер.
– Беҙгә килеүселәрҙең күбеһе – ауыл кешеһе. Кемдер эш менән район үҙәгенә юл тотҡан, кемдеңдер хеҙмәт урыны яҡын-тирәлә. Оло юл буйында урынлашҡанға күрә, йыш ҡына сәфәрҙәгеләр ҙә беҙгә һуғыла. Шуға күрә хаҡтарҙы арттырмаҫҡа тырышабыҙ. Уртаса чек 270 һум тәшкил итә. Аш-һыуыбыҙ тәмле, өйҙә бешерелгән ризыҡтан һис кәм түгел, даими йөрөгән клиенттарыбыҙҙан рәхмәт һүҙҙәре генә ишетәбеҙ. Беҙҙе талбазылар ярата, – тип йылмая “Башкирочка” хужабикәһе.
16 йыл буйы Үзбәкстанда йәшәп, йылы яҡтың рәхәтлеген, емеш-еләген татып үҫкән Илһөйәр ата-әсәһенең тыуған төйәге Ауырғазыға ҡайтып төшә. 2002 йылда бер эшҡыуарға эшкә ялланып, төрлө бәлеш, тәмлекәстәр әҙерләп, һатыуға сығарыу менән шөғөлләнә.
Халыҡ менән аралашыу, туҡландырыу ғәмәле күңеленә ята. Улай ғына ла түгел, үҙаллы эш асып, башкөллө мәшәҡәтле шөғөлгә сума. Ҡыҙы Татьяна ла, тормош иптәше лә – хәҙер Илһөйәр Хәмиҙуллинаның уң ҡулы.
– Эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә иҫәбебеҙ ҙур, әлбиттә, – ти Илһөйәр Дамир ҡыҙы. – Аҙыҡ етештереү цехын ҙурайтырға ине. Салаттар әҙерләү, икмәк бешереү өсөн өҫтәмә бина кәрәк. Ер булһа, үҙебеҙ ҙә төҙөй алыр инек. Әлеге уңыштарға таянып ҡына йәшәп булмай хәҙер, конкуренция ла, талаптар ҙа арта, иртәгәһен бөгөн ҡайғыртыу хәйерле.
Хеҙмәтеңдән йәм табып, яҡташтарыңдан рәхмәт һүҙе ишетеп тапҡан донъя малының ғына кинәнес тыуҙырыуы, күңелгә көҙөк булмауы ихтимал. Ә туҡландырыу өлкәһе эшенең еңелдән түгеллеген, көн дә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәр, тынғыһыҙ хеҙмәт менән үтеүен Илһөйәр Хәмиҙуллинанан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.