Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 11:51

Баш йортобоҙ — Башҡортостан: Балаҡатай районы

* Балаҡатай районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Көнба­йыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан республи­каның Мәсетле һәм Ҡыйғы райондары, көнсығыштан Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск һәм Ҡуҫа райондары, төньяҡтан иһә Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округы менән сиктәш.

Һандар һәм дәлилдәр

* Майҙаны – 3037 квадрат километр. Район биләмәһе Өфө йылғаһы менән Әйҙең түбәнге ағымы араһында ята. Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны – 124, 7 мең гектар (район биләмәһенең 41,1 проценты), шуның 84,2 мең гектарын – һөрөнтө ерҙәр, 17,2 мең гектарын – бесәнлектәр, 23,3 мең гектарын көтөүлектәр биләй. Ауыл хужалығы малсылыҡҡа, игенселеккә махсуслашҡан, сусҡасылыҡ алға киткән.

* Район йылғаларға бай. Уның аша Әй, Оло һәм Кесе Ыҡ, Васйылға аға. Бәләкәй йылғалар ҙа бихисап.

* Район 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. 2017 йылда бында 18389 кеше йәшәгән. 13 ауыл биләмәһе, 46 ауыл бар.

* Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп, VIII төрҙәге махсус мәктәп-интернат, музыка мәктәбе, һөнәрселек училищеһы, 21 китапхана, 42 клуб учреж­дениеһы, үҙәк район һәм өс участка дауа­ханаһы эшләй.
Читайте нас: