Быға тиклем урлашыу һәм кеше талау өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған 23 йәшлек Өфө районы ҡыҙы иҫерек килеш 19 йәшлек таксистың “Фольксваген Поло” автомобилен урлап ҡасҡан. Тик йыраҡ китә алмаған, машинаны төкөтөп, уны ташлап киткән.
Билдәле булыуынса, таксист төнөн егет менән ҡыҙҙы Ғөбәйҙуллин урамындағы йортҡа алып барған. Артабан егет аҡса артынан фатирына инеп киткән һәм оҙайлы ваҡыт сыҡмай торған. Аптырағас, уның ҡайҙалығын асыҡлау өсөн водитель машинаһынан сыҡҡан. Асҡыс урынында ҡалған.
Шул саҡта иҫерек ҡыҙ тиҙ генә рулгә күскән һәм машинаны алып ҡасҡан. Юлда ул сикләүгә барып бәрелгән һәм үҙе енәйәт урынынан ғәйеп булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала таба. Емерелгән такси Октябрь проспектында ҡалған була. Әйткәндәй, үҙенең был ҡылығын ҡыҙ аңлата алмай. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ҡыҙ һаҡ аҫтына алынған.