Мәскәүҙә Башҡортостандан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ярҙамсыһы вафат булған. Иртәгә 27 йәшлек ир-егетте Сибай янындағы тыуған ауылында ерләйәсәктәр.
Раян Мәтиновтың йәнһеҙ кәүҙәһен ҡатыны таба. Фараз итеүҙәренсә, ул йөрәк өйәнәгенән вафат булған.
Раян БДУ-ның Сибай институтын тамамлаған. Юриспруденция һәм социаль яҡлау буйынса махсуслашҡан була. 2016 йылдан Рәсәй юристар ассоциацияһы сафында тора, былтырҙан – Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы йәштәр парламенты активында.
Егеттең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Р. Мәтиновтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.