Республикала һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында 38 йәшлек ир батҡан.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, фажиғә Күмертау ҡалаһы карьерында булған. Урынға ҡотҡарыусылар килеп, ирҙең кәүҙәһен һыуҙан табып сығарған.
* махсус әҙерләнгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ;
* таныш түгел урындарҙа суммағыҙ;
* һыуҙа уйындар ойоштормағыҙ;
* өрөп тултырылған матрастарҙа, камераларҙа йөҙмәгеҙ;
* айыҡ булмаған килеш һыуға төшмәгеҙ.
Һыуҙа ҡағиҙәләрҙе боҙоу бәхетһеҙ осраҡтарға, үлемгә алып килә!