Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2019, 16:43

Луиза хаҡында яңылыҡ бар...

Луиза Хәйруллинаның яҡындары ғаиләнең серле ғәйеп булыуына тағы бер ни тиклем аныҡлыҡ индерҙе. Был факттар хәлдең криминал менән бәйле булыуына ишаралай кеүек.

Луиза Хәйруллинаның яҡындары ғаиләнең серле ғәйеп булыуына тағы бер ни тиклем аныҡлыҡ индерҙе. Был факттар хәлдең криминал менән бәйле булыуына ишаралай кеүек.


Луизаның атаһы Рәмил Муллахмәтов һөйләүенсә, ғаиләнең 6 миллион һумлыҡ йортонан тыш, ипотекаға алынған бер бүлмәле фатиры ла ҡалған икән. Ул ир менән ҡатындың икеһенә лә теркәлгән. Әлеге мәлдә ипотека буйынса бер кем дә түләүҙәр индермәй.


Бынан тыш, ғаиләнең Рено Дастер автомобиле лә табылған. Баҡһаң, машина 2017 йылда ломбардҡа тапшырылған булған, әле банкта залогта икән. Шул уҡ ваҡытта Луизаның ире Марат юғалыуҙарынан ике көн алда ғына 25 мең һумлыҡ сираттағы түләүҙе индергән.


– Бөтөнләйгә ҡасырға булһалар, ни өсөн Марат ул аҡсаны түләне икән? – ти Рәмил Муллахмәтов. – Ни өсөн ҡыҙым был ваҡиғаларҙан ике аҙна алда урамына ағастар ултыртҡан?


Атай кеше кисә сираттағы экстрасенсҡа барғаны тураһында ла һөйләгән. Экстрасенс Луизаның иҫән булыуын һәм Ҡаҙағстандағы төпкөл ауылдарҙың береһендә йәшеренеүен әйткән. Әммә Хәйруллиндарҙың яҡындары быға ышанмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был турала комментарийҙар бирмәй, рәсми тикшереү барышы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап ире һәм ике ҡыҙы менән ғәйеп булғайны. Өс аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте, был хәл буйынса күп төрлө фараздар йөрөһә лә, ошоғаса уларҙың яҙмышы тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Шуға күрә криминал булыуы ла бик ихтимал, ти белгестәр.


Читайте нас: