Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2019, 16:47

“Осҡон” ҡыҙы Рәмилә

Йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында “Урындағы үҙидара мәсьәләләрен яҡтыртыусы иң яҡшы журналист” номинацияһында ла өс урын билдәләнә. Ошо көндәрҙә уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһалды, һәм был мәртәбәле бәйгелә Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Истанбаева беренсе урынды яуланы.

Йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында “Урындағы үҙидара мәсьәләләрен яҡтыртыусы иң яҡшы журналист” номинацияһында ла өс урын билдәләнә. Ошо көндәрҙә уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһалды, һәм был мәртәбәле бәйгелә Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Истанбаева беренсе урынды яуланы.


Ауыл хакимиәттәренең бюджеты ҙур түгел, мөмкинлектәре лә сикләнгән, шуға ла күп мәсьәләләрҙе улар халыҡ менән бергәләп хәл итә. Бында урын­дағы баҫмалар аңлатыу эштәре алып барып, кешеләр мәнфә­ғәтендәге программалар менән таныштырып, дөйөм көс менән башҡарылған эштәр тураһында һөйләп, урындағы үҙидара органдарына төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтә. Әбйәлилдә был тәңгәлдә эштәр нисек тора? Тотош республика буйынса ниндәй мәҡәләләр менән еңеү яуланған һуң?


– Беҙҙә урындағы үҙидараны ойоштороуҙың иң сағыу миҫалы – йыл да райондың 12-14 ауылында үткәрелеп килгән “Һау­мыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы. Был осрашыуҙы үткәреү-үткәрмәүҙе халыҡ үҙе хәл итә. Байрамдың төп асылы ситтә йәшәгән ауылдаштарҙы тыуған ергә осрашыуға йыйыу булһа ла, сараға йорттарҙы, урам­дарҙы, социаль-мәҙәни объект­тарҙы, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүҙә депутаттар, старосталар, йәмәғәт ойошмалары активистары, ауыл халҡы, фермерҙар, эшҡыуарҙар бер­ләшә. Әҙерлек эштәре барышында ауылдар танығыһыҙ булып үҙгәрә. Миҫалға Тупаҡ ауылын ғына алайыҡ.

Журналист булараҡ, ошо ауылдағы осра­шыуҙа булғайным. Тупаҡта башҡарылған эш күләме бик ҙур ине. Урындағы халыҡ өмәләр менән йылға буйҙарын, урам­дарҙы, зыяратты тәртипкә килтергән. Һәр кем үҙ йортон төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлгән. Хатта хужаһыҙ торған өйҙәрҙе лә күмәк көс менән йүнәткәндәр.


Ошо округтан район советы депутаты Юнир Таһировтың ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ба­тырҙар обелискыһына Еңеү менән ҡайтҡан ауылдашта­рының исемдәре яҙылған иҫ­тәлекле таҡтаташ өҫтәп ҡуйыл­ған. Район, ауыл хакимиәте бүлгән аҡсаға бөтә урамдарға ҡырсынташ түшәлгән, йылға аша баҫма һалынған, клуб алды яңыртып эшләнгән. “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” программаһында ҡат­нашып, һәр өйҙән берәр мең һум аҡса йыйып, зыяраттың кәртәһен дә яңырттылар. Ғө­мүмән, ауылдаштар осрашыуына әҙерлек сиктәрендә үҙ­идаралыҡ органдары урында бик күп мәсьәләләрҙе хәл итә һәм район гәзите уларҙы даими яҡтыртып бара, – тип һөйләй Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы.


Районда “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ярҙамында ла халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә икән.


– Әбйәлилдәр ППМИ-ла бик әүҙем ҡатнаша. Йыйындарҙа мәктәп, балалар баҡсаһын, клубты йүнәтеү, урамдарҙы яҡтыр­тыу, балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү кеүек тәҡдимдәр индерелә һәм, ауыл халҡы аҡса йыйып, артабан ремонт эштә­рендә лә ҡатнашалар. Финанс һәм техника менән ауыл эш­ҡыуарҙары, урындағы хакимиәт ярҙам итә. Ошо һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”, “Хәүефһеҙ юлдар” һәм башҡа бик күп программалары ярҙамында ауылдарҙа баш­ҡарылған эштәр хаҡында гәзиттә бихисап мәҡәләләрем донъя күрҙе, – тип дауам итә әңгә­мәсем.


Район, ауыл советы депутаттары, ауыл биләмәләре баш­лыҡтары һәм уларҙың эштәре тураһында ла “Осҡон”да йыш баҫыла. Мәҫәлән, район советы депутаттарынан торған комиссия төбәктең медицина учреж­дениеларының хәлен белеү, уларға кәрәкле ярҙам күләмен билдәләү, медиктарҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлау өсөн рейдтар үткәргән. Салауат хосписының ауыр хәлдә булып, хатта ябай кер йыуыу, лампочка кеүек әйберҙәргә ҡытлыҡ кисереүе асыҡланған.


– Ошо хаҡта гәзиттә мәҡәләм баҫылғас, яҡташтарыбыҙ хос­писҡа ярҙамға ашыҡты. Район советы депутаттары, мәҫәлән, ҙур кер йыуыу машинаһы-автомат һатып алып бирҙе. Машина сафтан сығыу сәбәпле, бында ошоға тиклем түшәк кәрәк-ярағын ҡулдан йыуғандар. Ябай кешеләр хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә. Күптән түгел Юлдаш ауылынан Зифа апай Йәнғазина, инвалид креслоһын бүләк итеп, хоспис коллективын шатлан­дырҙы. Нигеҙҙә, үҙ аяғында йөрөй алмаған сирлеләр да­уаланған учреждение өсөн был бик ҙур бүләк. Хосписҡа бөгөн һәр яҡлап иғтибар артып, уларға ярҙам итеүселәр күбәйеүендә минең дә өлөшөм булыуына шатмын, -– ти Р. Истанбаева.


Әйткәндәй, Рәмилә Истанбаева – бар ғүмерен район баҫмаһына арнаған кеше. Асҡар урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм район типографияһында өлкән бухгалтер булып хеҙмәт юлын башлай.

Тик ҡыҙыҡһыныусан, иғти­барлы ҡыҙҙы гәзит эше ылыҡ­тыра. Был вазифала өс йыл эшләүгә, редакцияла корректор урыны бушай, һәм Рәмилә шунда эшкә күсә. Ҡушылған эшкә яуаплы ҡараған, һәләтле хеҙ­мәткәргә, күп тә үтмәй тәрже­мәсе вазифаһын йөкмәтәләр. Был һөнәре унда белемен арттырыу теләген тыуҙыра. Шуға ла Рәмилә Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Тәүәккәл, яңылыҡҡа ынтылыусан хеҙ­мәткәр оҙаҡ йылдар яуаплы секретарь йөгөн тарта. Унан районда гәзит ике телдә, үҙаллы сыға башлағас, ул “Осҡон” гәзите мөхәррире урынбаҫары булып китә. Район матбуғатына тәү башлап эшкә килгән көндән дүрт тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтеп тә киткән. Ошо йылдар арауығында тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған журналист һөнәренең ауыр­лығын, яуаплылығын үҙ иңдә­рендә татып, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, милли мат­буғат үҙенсәлеген үҫтереүгә күп тырышлыҡ һалған хеҙмәткәр­ҙәрҙең береһе ул Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы.


Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Рәмилә Шаһыбал ҡыҙының үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген Баш­ҡортостан Матбуғат министр­лығының, Әбйәлил районының бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, “Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме лә дәлилләй. Бөтә был наградаларына “Урын­дағы үҙидара мәсьәләләрен яҡтыртыусы иң яҡшы журналист” булыуын дәлилләгән диплом да ҡушылды.


– Республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбиров ҡулынан диплом алыуым эшемә уғата ҙур баһа булды, һәм ул тағы ла яуап­лыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләргә көс бирә, – ти Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы.
Читайте нас: