Башҡортостан
-8 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 13:59
Башҡамы улар, “Башҡалар”?
Быйыл 9 октябрҙә, Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө алдынан,Ҡазан ҡалаһында “Башҡалар?” V психик үҙенсәлектәре булған кешеләр өсөн реабилитация программалары фестивале үтә.
Быйыл 9 октябрҙә, Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө алдынан,Ҡазан ҡалаһында “Башҡалар?” V психик үҙенсәлектәре булған кешеләр өсөн реабилитация программалары фестивале үтә.
Дәүләт кимәлендә уҙғарылған сара психик тайпылыштары булған кешеләрҙең йәшәү сифатын, сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында ойошторола, бының өсөн дәүләт системаһына ҡарамаған реабилитация хеҙмәттәрен үҫтереү, был проблемаға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеп, эште социаль йүнәлешле итеү күҙаллана.
Фестиваль эшендә Волга буйы федераль округының психосоциаль реабилитациялау тармағында иң яҡшы хеҙмәт күрһәтеүсе дәүләт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнашасаҡ. Башҡортостанды “Һәр саҡ эргәлә бул” төбәк мәрхәмәтлелек йәмғиәте, “Ал сәскә” төбәк инвалидтар ойошмаһы, Республика инвалид балалар өсөн иппотерапия үҙәге һәм башҡа оҡшаш учреждениелар танытасаҡ. Улырҙың барыһы ла мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәленә тарыған кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. Һәр ҡайһыһы эшмәкәрлеге менән таныштырасаҡ, яңы проекттар тәҡдим итәсәк.
Фото: oprt.tatar.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.