Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 13:09

Ишембай тағы ла йәмләнер

Яҡын арала Ишембай районында халыҡтың күпләп ял итеү зоналары ойоштороласаҡ һәм спорт-мәҙәни комплекс төҙөләсәк. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙғарған Инвестиция сәғәтендә ҡаралды.

“Тәйрүк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Никитенко тәҡдим иткән проекттың төп маҡсаты – Ишембай ҡалаһындағы Тәйрүк быуаһы тирәләй заманса ҡала паркы булдырыу. Бында йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары һалынасаҡ, күп күләмле саралар үткәреү зоналары эшләнәсәк, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта төҙөкләндереү эштәре йәшеллекте һаҡлап ҡалып башҡарыласаҡ.

Проекттың икенсе этабында тау саңғыһы базаһы һәм биатлон трассаһы төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ райондың Маҡар ауылы янында “Ҡуҡрауыҡ” туристик ауылы һәм “Патриот” хәрби-патриотик лагеры булдырыу планлаштырыла. Һөҙөмтәлә 100 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2022 йылға тиклем. Дөйөм инвестиция күләме – 1,3 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Читайте нас: