Юҡ әй, был Луизаның сәйер ҡылығы баштан сыҡмай. Уның аҡса урлауына, ғаиләнең ғәйеп булыуына бер нисек тә битараф ҡалып булмай. Шуға күрә уның турала мәғлүмәт табыу менән һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға ашығабыҙ.
Ә яңылыҡтар йәнә күңелһеҙ... Ҡатындың атаһы Рәмил Муллахмәтов балаһының яҙмышы тураһында хафаланып ни эшләргә белмәйенсә күрәҙәселәргә барған. “Луиза һәм уның ғаиләһе тере, тик улар ҙур хәүеф аҫтында. Әлеге мәлдә сит илдәләр”, ти атай кешегә экстрасенс.
– Ҡатын-ҡыҙҙар (Луиза һәм уның ҡыҙҙары) формалы кешеләрҙә тотҡонда. Уларҙы боевиктар һаҡлай, ә ир кеше (Марат) аҡсалар менән ҡасҡан. Улар бөтәһе лә сит илдә, әммә аныҡ ҡына ҡайҙа икәнләгән әйтә алмайҙар. Бәлки, Ҡаҙағстандалыр, – ти Рәмил Муллахмәтов. – Мин аптырағандан һәр нимәгә ышана башланым. Тик бының ни бары күҙаллауҙар ғына икәнлеген дә онотмайыҡ. Был тарих аҡса урлау ғына түгел, ә криминал тарих.
Ә полициянан һаман да бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Ошо көндәрҙә Луизаның апаһы Эльзаның улын һорау алырға саҡырғандар, тик был эшкә бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ индермәне.
Беҙ хәлдең барышын күҙәтәбеҙ.