Банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булғас, күптәр Луиза Хәйруллиналар Рено Дастер автомобилендә сит илгә ҡасҡан, тигән ине. Аҙағыраҡ, улар автомобилдәрен алдан уҡ һатып киткәндәр, тип яҙҙы киң мәғлүмәт саралары.
Ошо көндәрҙә иһә машинаның ысын “яҙмышы” билдәле булды. Уны Хәйруллиндарҙың туғандары тапҡан. Луизаның атаһы был турала “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы күрһәткн сюжетта һөйләне.
Баҡһаң, ғаилә 2017 йылда уҡ “Рено Дастер”ҙарын ломбардҡа тапшырған һәм ул банкта залогта икән. Уның өсөн ай һайын аҡса түләп торғандар. Һуңғы түләүҙе Марат Хәйруллин юғалыуҙарынан ике көн алда, 25 май көндө индергән булған.
Белгестәр фекеренсә, ғаилә аҡса урлап ҡасыуҙы оҙаҡ һәм бик ентекле әҙерләгән, энәһенән-ебенә тиклем планлаштырған. Тик ни эшләп, ҡасып барған кеше банкка аҡса түләне икән? Был йәнә һорауҙар тыуҙыра. , ғаилә бер ҡайҙа ла ҡасмағандыр... Аҡсаны бандиттар ғаилә именлеге менән ҡурҡытып урлатһа, бөгөн ғаилә менән нимә булғаны аңлашыла... Әлбиттә, бындай уйҙарҙы башҡа килтерге килмәй. Нисек кенә булмаһын, дүртеһе лә иҫән генә йөрөһөн инде.