Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 21:01

Тимергә эсе менән ҡаҙалған...

Бөгөн Күмертау ҡалаһында 11 йәшлек бала ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Карл Маркс урамы, 25-се йорт янында була был хәл. Малай кәртә аша үтәм тип, тимер сымға эсен тишә.

Бөгөн Күмертау ҡалаһында 11 йәшлек бала ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Карл Маркс урамы, 25-се йорт янында була был хәл. Малай кәртә аша үтәм тип, тимер сымға эсен тишә.


Был хәлде күреп торған өлкәндәр шунда уҡ ярҙамға ашыға: бер ир сым төпкәрәк инмәһен өсөн баланы күтәреп торған, икенселәре ашығыс ярҙам саҡыра һалған. Урынға килгән ҡотҡарыусылар кәртәне ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙарта һәм баланы ипләп кенә күтәреп алып сыға. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Операция яһайҙар, әле уҡыусының хәле ауыр, тип баһалана.


Күмертау халҡын был осраҡ бик хәүефләндерә. Кәртә янындағы иҫке гараждарҙы алып бәреүҙе талап итә улар, сөнки балалар уның ҡыйығында уйнар өсөн, тимер кәртә аша йөрөй.


Фото: proural.info
Читайте нас в