Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июнь 2019, 18:09

Үлтереүсе шизофреник булған

Кисә Ҡырмыҫҡалы районында өс кешене бысаҡ менән сәнсеп үлтергән ир шизофреник булған һәм психиатрҙа иҫәптә торған.

Фото: Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.
Кисә Ҡырмыҫҡалы районында өс кешене бысаҡ менән сәнсеп үлтергән ир шизофреник булған һәм психиатрҙа иҫәптә торған.


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уның ҡулынан өс кеше һәләк булған: 55 йәшлек апаһы, 78 һәм 76 йәшлек күршеләре. Шулай уҡ ике кешенең йәрәхәтләнеүе тураһында ла яҙып үткәйнек.
“Башҡортостан” ДТРК-һы хеҙмәткәре уларҙың береһе менән аралашҡан. Ул үлтерелгән пенсионерҙарҙың кейәүе булған икән. Ир ике туған ҡустыһы менән үлтереүсене туҡтатып маташҡан. Һөҙөмтәлә, уның башына көрәк менән һуҡҡандар, ә ҡустыһының муйынына бысаҡ менән сәнскәндәр.
– Әле ҡустымды яһалма тын алдыралар, табиптар бер ниндәй ҙә өмөт бирмәй. Күршенең сирле икәнлеген белмәнем. Баҡһаң, ул ике йыл буйына дауаланырға йөрөмәгән, ни өсөн табиптар бында үҙҙәре килмәне икән? Иҫәптә торғас, уны тикшерергә тейештәр бит... – ти йәрәхәтләнгән ир.
Әлеге мәлдә Өфө район-ара тәфтиш бүлеге 47 йәшлек үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әйткәндәй, ҡулға алынған мәлдә енәйәтсегә аталар. Аяғына тейгән яра үлемесле була. Табиптар ярҙам күрһәткәндә, ул йән бирә.
Читайте нас: