Стәрлетамаҡта йәшәүселәр контейнерға сүп-сар түгергә сыҡҡас, унда аҫылынып торған питонды күреп, телһеҙ ҡала.
Бына һиңә мә! Әммә хәлһеҙләнгән йән эйәһе күп тә үтмәй яҡты донъяны ташлап китергә ашыға. Хужаһының “һатлыҡ йән” булып сығыуын, үҙенән ҡотолорға шундай вәхшиҙәрсә алым һайлағанын күтәрә алмағандыр бахыр йән эйәһе, тигән фекергә килгән күрше-күлән.