Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 13:34

Ауырғазыла дауыл ҡупҡан...

24 июндә төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгендә хәүефле хәбәр ҡабул иткәндәр: көслө ел һәм ямғыр сығыу сәбәпле, Ауырғазы районының Мәсәле ауылында өс йорттоң ҡыйығына зыян килгән, уларҙың уртаҡ майҙаны 110 квадрат метр тәшкил итә.

Фото: bashinform.ru

Әлеге ваҡытта дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре алып барыла. Мәшәҡәттәр күп: йығылған ағастарҙы бысып, урамды һәм ихаталарҙы таҙартырға, ҡыйыҡтарҙы ремонтларға кәрәк. Ҡорбандар юҡ. Зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәр ваҡытлы торлаҡҡа күсеп тороуҙан баш тартҡан. Район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре хәлде контролдә тота.
Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә дауыл бихисап зыян килтергән: Миәкә районының Көсөгән, Йәрлекәү ауылдарында мәктәп ҡыйыҡтарының бер өлөшөн алып бәргән, Родниковкала магазин ҡыйығына зыян килгән. Ҡырғыҙ-Миәкә, Никольский, Сатай ауылдарында ла дауыл эҙемтәләре бар.
Стәрлебаш районының Күгәнәкбаш ауылында көслө ел шәхси йорт-ихаталарға зыян килтергән, хужалары бөгөн ремонт һәм биләмә таҙартыу эштәре менән мәшғүл.

Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре әле лә “юғары әҙерлек” режимында эшләй, сөнки киләһе көндәрҙә лә республикала көслө ел, ямғыр көтөлә.
Читайте нас: