Кисә Шишмә районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булды.
Шишмә – Сафар автоюлының 1 километрында 48 йәшлек ҡатын Daewoo Matiz автомобилендә китеп барғанда юлдан оса. Машина ауа һәм электр бағанаһына барып бәрелә.
Ҡатын фажиғә урынында йән бирә. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. 42 иҫерек водитель тотолған. Республика юлдарында 10 автоавария теркәлгән, уларҙа бер кеше үлгән һәм 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған.