Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 16:29

Кисә дүрт кеше батып үлгән

Һыу инеү миҙгеле ҡорбандар килтереүен дауам итә.

Фото: newsbel.by
Һыу инеү миҙгеле ҡорбандар килтереүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батып үлгәндәр һаны көндән-көн арта. Бына кисә лә Башҡортостанда дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала батып үлгән.
Кисә иртән “Апаиш” ял базаһы янындағы күлдә 15 йәшлек үҫмер батҡан. Уның кәүҙәһен шундағы кешеләр тапҡан. Полиция хәлде тикшерә.


Көндөҙ Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылы янындағы быуанан 26 йәшлек ирҙең кәүҙәһен һөйрәп сығаралар. Уға тәүге ярҙам күрһәтеп, ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙаталар, тик юлда ул йән бирә.
Кискә табан ҡурҡыныс хәл Туймазы районының Ҡайынйылға ауылы янындағы быуала була. Бында 18 йәшлек егет бата. Уны сығарып, реанимация саралары үткәреп ҡарайҙар, тик ярҙамы теймәй. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре уның үлемен танырға мәжбүр була.
Кисен йәнә бер кеше һыу ҡорбанына әйләнә. Ул хәл Нуриман районындағы Мәсеткүлдә теркәлә. Бында 33 йәшлек ҡатын бата. Уның кәүҙәһе әлегә табылмаған, водолаздар уны эҙләүен дауам итә.
Шулай уҡ кисә Дыуан районының Мәсетле ауылында Әй йылғаһынан ауыл кешеләре 22 июнь батҡан ете йәшлек баланың кәүҙәһен табып сығара. Ул тәғәйенләнмәгән урында һәм ата-әсәһеҙ һыу ингән булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары был осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.
Күреүегеҙсә, һыу аяуһыҙ. Шуныһы ҡурҡыныс, вафат булғандарҙың күпселеге – йәштәр һәм балалар. Әйҙәгеҙ һыуҙа һағыраҡ булайыҡ, дуҫтар.