Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов үткәргән матбуғат конференцияһында хәбәр ителеүенсә, ҡала буйынса һәм ҡала яны транспортында “Алға” электрон картаһына күсеү этаплы рәүештә башҡарыласаҡ: тәүҙә уға Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары күсә. “Өфөматбуғат” киосктарында, “Альдо” һәм “Башспирт” сауҙа селтәрҙәре кибеттәрендә, “Башфармация” аптекаларында һәм “Башавтотранс” пункттарында был картаны 50 һумға һатып алырға һәм артабан тулыландырып торорға кәрәк буласаҡ.