Ошо айҙа баш ҡалабыҙҙа ҡурҡыныс бөжәк табылған. Республиканың “Россельхознадзор” вәкилдәре Үзбәкстандан килтерелгән рауза сәскәләрендә ғүмер өсөн хәүефле бөкрө себенгә тап булған.
Ул республика биләмәһендә таралып китмәһен өсөн, сәскәләрҙең хужаһы был партияны тулыһынса юҡ итергә булған.
Бөкрө себен нимәһе менән ҡурҡыныс һуң? Был паразиттың ваба ауырыуы йоҡтороуы ихтимал. Ә ул сир эсәктәрҙе зарарлай, һөҙөмтәлә эс китә һәм ҡоҫтора. Хатта осраҡтың үлем менән тамамланыуы бар.
Бөжәк бик йәшәүсән, шуға күрә теләһә ҡайҙа үрсей ала. Уҡраһы башлыса емеш-еләк ҡабығында, сырҙа, ҡаҡланған балыҡта, онда йә сояла һаҡлана. Улары инде тирегә үтеп инеп, шунда күбәйеп, паразитар ауырыу – миаз тыуҙыра. Уңалмаған сей яралар, фурункулдар, күреү һәм ишетеү һәләте кәмеү, теш һыҙлауы, ашҡаҙан-эсәктәр ауыртыуы, күңел болғаныуы, ҡоҫоу, ҡан һауыуы, биҙгәк тотоуы – былар барыһы ла ошо йоғошло ауырыу эҙемтәләре булырға мөмкин.
Былтыр Рәсәйҙә бөкрө себен төрөк мандариндарында һәм лимондарында табыла. Үҙ-үҙеңде һаҡлау маҡсатында көньяҡтан килтерелгән һәр бер емеш-еләкте, йәшелсәне тикшереп һатып алырға кәрәк. Серектәренән, үтә ныҡ бешкәндәренән баш тартыуың яҡшыраҡ.