Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 18:57
Электрон сауҙала һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ
1 июндән Башҡортостанда ҡулға алынған бөтә милекте һатыуҙы Дәүләт милкенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы ойоштора.
Фото: www.siapress.com
1 июндән Башҡортостанда ҡулға алынған бөтә милекте һатыуҙы Дәүләт милкенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы ойоштора.
Йыл башынан Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы суд приставтары бөтәһе 1,6 миллиард һумға торошло ҡулға алынған әйберҙе һатыуға ҡуйған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 152 миллион һумға күберәк. Йыл башынан 33 миллион һумлыҡ милек һатылған.
Әйткәндәй, 1 ғинуарҙан – Өфө ҡалаһында, 1 июндән республикала барлыҡ ҡулға алынған милек электрон сауҙа аша һатыуға ҡуйыла башланы, уны “Росимущество”ның территориаль идаралығы ойоштора. Был алым бурыслыларҙың милкен баҙар хаҡына һатыу мөмкинлеген бирә.
Мәҫәлән, яңыраҡ Өфөлә суд ҡарарына ярашлы 952 892,16 һумға һатыуға ҡуйылған фатирға һигеҙ дәғүәсе табылған, һөҙөмтәлә ул 500 мең һумға ҡиммәтерәккә “киткән”. Сауҙанан килгән аҡса бурыслының бурысын ҡаплауға еткән.
Электрон сауҙала һәр кем ҡатнаша ала.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.