“Ашығыс ярҙам” фельдшерының ярҙам күрһәтмәүе тураһындағы ваҡиға менән социаль селтәрҙәр тулды.
Хәл былайыраҡ була. Булгаков ауылында бер ирҙең хәле насарайғас, шаһиттар тиҙ генә “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Шул ваҡытта был урындан алыҫ түгел ерҙә икенсе “Ашығыс ярҙам” машинаһы тороуын, эсендә табип ултырыуын күреп ҡалалар һәм уға мөрәжәғәт итәләр. Тегеһе килеп еткәнсе, иргә ни булырын кем белә бит?
Тик аҡ халатлы табип ярҙам итеүҙән баш тарта. Хатта ултырған урынынан сыҡмай. “Был минең районым түгел” тип кенә ебәрә ул.
Шаһиттар был хәлде телефонға төшөрә, табип уларға янай-янай ҙа телефонына ҡарап ултырыуын дауам итә. Асыҡланыуынса, был ҡатын Архангел районы дауаханаһында эшләй.
Һөҙөмтәлә саҡырылған ярҙам килеп етә, һәм инсульт һуҡҡан ирҙе дауаханаға алып китәләр. Видеояҙма социаль селтәрҙәргә таралғас, был хәл менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, прокуратура һәм тәфтиш комитеты ла ҡыҙыҡһына башлаған. Баҡһаң, ярҙам күрһәтмәгән табипҡа, кешене хәүефле хәлдә ҡалдырһа, бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай икән.