Кушнаренко районы прокуратураһы Матвеев ауыл Советы депутатынан вәкәләтен һалыуҙы талап итә.
“Коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү тураһында”ғы федераль законға ярашлы, урындағы совет депутаттары ла үҙенең, ҡатынының һәм балаларының мөлкәте, килеме тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы.
Ә был халыҡ илсеһе уҙған йыл өсөн белешмә бирмәгән. Ошо боҙоуға таянып, урындағы прокуратура ауыл биләмәһе Советы адресына, депутаттың вәкәләттәрен һалыуҙы талап итеп, күрһәтмә сығарған. Уны ҡарап, депутаттар Советы ышанысты юғалтҡан халыҡ илсеһен вәкәләтенән мәхрүм иткән.