Илештә ял иткәндәргә һөжүм яһалған.
Был хәл Кенәзйылға ауылы янындағы күл буйында булған.
Ял иткән ике компания араһында низағ сыҡҡан, һуғышып та алғандар. Бер аҙҙан һуң тағы ла бәйләнешеп китеп, араларынан береһе автомобиленән бысаҡ алып, ял иткән ике кешене яралаған.
Тәфтиш-оператив төркөм һөжүм итеүсене асыҡлаған. Ул ошо ауылдан 28 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ҡулға алғанда ла иҫерек булған. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе ҡарала.