Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2019, 04:17

Ҡайҙа бейегәнеңде белеп бейе...

Брянск ҡалаһында мәҙәни ҡомартҡы объекты булған һәйкәл – “Үлемһеҙлек ҡурғаны”нда бейегән өсөн А.Червякова исемле ҡыҙ хөкөмгә тарттырылған.

Фото: myauu.ru
Фото: myauu.ru
Брянск ҡалаһында мәҙәни ҡомартҡы объекты булған һәйкәл – “Үлемһеҙлек ҡурғаны”нда бейегән өсөн А.Червякова исемле ҡыҙ хөкөмгә тарттырылған.
Билдәле булыуынса, ул апрелдә һәйкәл алдындағы майҙанда “тәртипһеҙ формала сағылдырылған, кешеләрҙең абруйын төшөргән, йәмғиәт әхлағын кәмһеткән” бейеүен төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
“Үлемһеҙлек ҡурғаны” – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец фашистары менән ҡаһармандарса алышып, ғүмерен ҡорбан иткән ватандаштарыбыҙға һәйкәл. Уны эшләгән саҡта илдең төрлө төбәктәрендәге туғандар ҡәберлегенән тупраҡ килтерелгән.


Ҡаланың Совет районы суды: “А. Червякованың ҡылығы йәмғиәтте хөрмәтләмәүҙе иҫбатлай”, – тип билдәләгән һәм тәртипһеҙ ҡылығы өсөн ҡыҙға 30 мең һум штраф һалған.

Червякова иһә ғәйебен таныған. “Матур видео төшөргөм килгәйне”, – тип аңлатҡан ул был ҡылығын.
Читайте нас: