Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 20:17

Балалар өсөн дә майҙан бар

"Торатау йыйыны"на бәләкәстәре менән килгәндәр өсөн Ишембай ҡалаһының "Ғаилә" балалар йорто уйын майҙансығы булдырған.

Автор фотолары.
“Торатау йыйыны”на бәләкәстәре менән килгәндәр өсөн Ишембай ҡалаһының “Ғаилә” балалар йорто уйын майҙансығы булдырған.
Бында кескәйҙәр һыуҙа балыҡ та тота, һүрәт тә эшләй, пазлдар йыя. Тирмә эсендә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе урын алған.
Бөгөнгө матур йыйын эҫе ҡояш аҫтында бара, ҡараңғы төшкәнсе дауам итәсәк. Тимәк, кескәйҙәргә лә, уларҙың ата-әсәһенә лә бик уңайлы был майҙансыҡ.